“Телемдең ете мөғжизәһе” этно – мәҙәни лагерында “Беренсе Республика” фильмы күрһәтелде

8 июнь көнө “Телемдең ете мөғжизәһе” этно – мәҙәни лагерында “Беренсе Республика” фильмы күрһәтелде. Был лагерҙы Һарытау, Силәбе һәм Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе башҡорт балалары өсөн, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия – интернаты ойошторған. Фильмды күрһәтеү “Урал” фонды ярҙамы менән ойошторолдо.
#перваяреспублика #кинокомпанияживаялента #фондурал #фондаркадаш